Түбәнге Баба ауылы
Яратҡан тормош иптәшем, ҡәҙерле атайыбыҙ, олатайыбыҙ, ҡартатайыбыҙ - Нурғәли Минеғол улы МӨХӘМӘТЙӘРОВты - 85 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап, иң матур, иң йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Һине тыуған көнөң менән ысын күңелдән тәбрикләп һаулыҡтың иң нығын, шатлыҡ-ҡыуаныстарҙың мулын, йән тыныслығы, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең, туғандарыңдың оло иғтибарын тойоп, донъянан йәм табып йәшәргә насип итһен. Һин изге йөрәкле, хәстәрлекле атай, олатай, ҡартолатай, булдыҡлы ғаилә башлығы, таянырлыҡ туған. Ошо күркәм ғүмер байрамың айҡанлы һиңә барыһы өсөн дә ҙур рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Рәйсә, улдарыңъ Рәмил, Илфат, ҡыҙың Римма, килендәрең Зөлфиә, Ғәҙилә, кейәүең Риф һәм ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәләрең.