Гел кәрәк бул, гел терәк бул!

Тимербай ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Якутия яҡтарында эшләп йөрөгән Айнур Миниғәли улы Әмировтың тыуған көнө.

Гел кәрәк бул, гел терәк бул!Гел кәрәк бул, гел терәк бул!
Гел кәрәк бул, гел терәк бул!

Айнур тәбиғәте менән бик итәғәтле, түҙемле, сабыр кеше. Ышаныслы, тоғро дуҫ, яҡшы кәңәшсе, изге күңелле булыуы менән айырылып тора. Ниндәй генә хәлдә булһа ла, ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер.
Ошо матур ғүмер байрамында Айнурға иҫәнлек-һаулыҡ, ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, бәхетле, мөхәббәтле, парлы, оҙон ғүмер теләйем! Ҡорған ғаиләбеҙҙең усағын һүндермәй, оҙон-оҙаҡ һөйөп, һөйөлөп йәшәргә хоҙай насип итһен!
Гел кәрәк бул, гел терәк бул
Гел ҡыуандыр һәм дә йыуандыр!
Иң ҡәҙерле, ғәзиз кешем
Тыуған көнөң менән, һине!

Ҡотлауҙар менән Ләйсәнең.

Автор:
Читайте нас