Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен

Раиль ХОҘАЙБИРҘИНды ҡотлайбыҙ!

Көндәреңде шатлыҡ биҙәһенКөндәреңде шатлыҡ биҙәһен
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен
Яңы Мораптал ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған тормош иптәшем, ҡәҙерле атайыбыҙ, яратҡан олатайыбыҙ Раиль Сәлимгәрәй улы ХОҘАЙБИРҘИН ғүмеренең матур байрамы – 70 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙҙе матур ғүмер байрамы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Fүмер миҙгеленең матур байрамында ҡоростай ныҡлы hаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы , иҫәнлек-hаулыҡта ғүмер итеп, беҙҙе ҡыуандырып, ҡайғы-хәсрәт күрмәй оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ. Донъялағы бөтә яҡшылыҡты йыйған оло йөрәгең, фәһемле кәңәштәрең, бөтмәҫ ярҙамың өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Хоҙай сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ғаилә бәхетенән айырмаһын. Балаларыңдын, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, оҙаҡ йәшә лә йәшә.
Һин булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн,
Һин булғанға беҙҙең тормош матур.
Һин бит беҙгә оло терәк.
Йондоҙҙарға ай нисек кәрәк,
Һин дә беҙгә шулай бик кәрәк.
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен,
Сәләмәтлек үҙе бәхет бит ул –
Хоҙай шунан мәхрүм итмәһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Нәфисә, ҡыҙҙарың Ләлә, Әлисә, улың Рафаэль, кейәүҙәрең Фәрит, Руслан, киленең Оксана, ейәнсәрҙәрең Алсу, Эвелина, Элина, Адель, ейәнең Эмиль.
Автор:
Читайте нас