

Яманһары ауылында тыуып үҫкән, бөгөнгө көндә Күмертау ҡалаһында йәшәүсе Эльвира Илдар ТУРАЕВАны йәшлегенен күркәм байрамы - 35 йәшлек юбилейы менән ҡотлайбыҙ!
Тырыш, уңған, изге күңелле, ярҙамсыл ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ.
Шулай уҡ, ошо көндәрҙә ейәнебеҙ Артур Азамат улының да 10 йәшлек юбилейы, уны ла ошо матур байрамы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Киләсәк көндәрегеҙ өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Һеҙгә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, беҙҙең күңел йылыһын тойоп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүегеҙҙе теләйбеҙ. Киләсәгегеҙ йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарығыҙ нурлы, күк йөҙөгөҙ һәр ваҡыт аяҙ булһын. Тормош юлығыҙ мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдығыҙға ҡуйған маҡсаттарығыҙ гел шулай тормошҡа ашып торһон!
Юбилейығыҙ менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр көнөгөҙ үтһен бәхет менән,
Йәшәгеҙ шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһығыҙ бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һеҙҙең ҡаршыла.
Иң изге теләктәр менән атай-әсәйегеҙ һәм барлыҡ туғандарығыҙ.