Пар былбылдай тормош итәһегеҙ

Фәрит менән Флүрә КИЛМӘТОВтарҙы ҡотлайбыҙ!

Пар былбылдай тормош итәһегеҙПар былбылдай тормош итәһегеҙ
Пар былбылдай тормош итәһегеҙ
Беҙҙең ҡәҙерле атай-әсәйебеҙ, олатай-өләсәйебеҙ Фәрит Ғилмән улы һәм Флүрә Сәфей ҡыҙы КИЛМӘТОВтарҙы ғаилә байрамдары менән ҡотлайбыҙ. Уларҙың бергә-бергә, иңгә-иң терәп йәшәүҙәренә быйыл 50 йыл тула. Алтын туй - йылдар һынауына бирешмәгән оло мөхәббәттең сағылышы ул. Ярты быуат ғүмер бергә йәшәү өсөн кешеләргә күпме сабырлыҡ, түҙемлек, аҡыл, өмөт, ышаныс кәрәк. Ошолай татыу ғаилә үрнәге булып, куптәр һоҡланырлыҡ ғүмер кисергән атай-әсәйебеҙҙе оло байрамдары менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, тигеҙ ҡартлыҡ, бәхетле һәм игелекле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һеҙ беҙҙе ҡәҙерләп һәм наҙлап пар ҡанат аҫтында үҫтерҙегеҙ, яҡшы итеп тәрбиәләнегеҙ. Рәхмәт Һеҙгә барыһы өсөн дә! Әле лә ярҙамығыҙҙан ташламайһығыҙ. Һеҙ беҙгә һәр ваҡыт кәрәк!
Илле йыл ҡулға-ҡул тотоноп,
Пар былбылдай тормош итәһегеҙ.
Ауыр саҡта аумаҫ терәк булып,
Ғүмер йомғаҡтарын һүтәһегеҙ.
Һеҙ булғанға беҙ бәхетле,
Йөҙҙәребеҙ нурлы, һөйкөмлө.
Аҙашҡанда һәр саҡ юл күрһәтеп,
Яҡтырыусы йондоҙ шикелле.
Ауырлыҡтар тыуһа был тормошта,
Кәңәш һорап һеҙгә киләбеҙ.
Һеҙҙән күргән изгелектәр өсөн,
Рәхмәт әйтеп башты эйәбеҙ.
Иң изге теләктәр менән балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ һәм дә бүлә-бүләсәрҙәрегеҙ.
Автор:
Читайте нас