

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын кешебеҙ, һөйөклө киленебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, хәстәрлекле әсәйебеҙ, еңгәбеҙ - Сәлимә Ғәбдрәүеф ҡыҙы СӘҒИТОВАны йәшлегенең матур байрамы - 30 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡотлап, йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Тырыш, маҡсаттарына ирешеүсән, ихлас күңелле, алсаҡ йөҙлө ҡәҙерлебеҙгә, киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, улыбыҙ, мырҙабыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп, балаларығыҙҙың игелектәрен генә күреп йәшәүен теләйбеҙ. Һеҙгә бәхет-шатлыҡ, һаулыҡ-сәләмәтлек, башлаған эштәрегеҙҙә һәм яулаған үрҙәрегеҙҙә уңыштар теләйбеҙ.
Ҡәҙерлебеҙ! Һәр ваҡыт шулай алсаҡ йөҙлө, шат күңеллле, ярҙамсыл, аҡыллы булып ҡал.Тормошоң сағыу буяуҙарҙан торһон һәм дә барлыҡ теләктәрең тормошҡа ашһын! Яныңда бары тик ихлас, тоғро, ышаныслы дуҫтарың һәм изге күңелле кешеләр генә булһын.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Марат, ҡыҙың Аселя, улың Даян, ҡәйнәң Луиза, ҡайның Рәфҡәт, абзыйың Юлай, еңгәң Альбина, апайың Юлиә, еҙнәң Вадим һәм уларҙың балалары.