Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр

Рәшиҙә ӘБДРӘХИМОВАға бөгөн 90 йәш тулды! 

Беҙҙән һиңә яҡты теләктәрБеҙҙән һиңә яҡты теләктәр
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр

Ҡотлоюл ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, һөйөклө әнейебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ - Рәшиҙә Ғәбиҙулла ҡыҙы ӘБДРӘХИМОВА ғүмеренең күркәм байрамын - 90 йәшлек оло юбилейын ҡаршылай!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп ҡала.
Һөйөклөбөҙ, һиңә ошо матур байрамыңда һаулыҡтың иң ныҡлыһын, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең дә һаулыҡта, муллыҡта, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, беҙгә терәк булып, яҡындарыңдың изгелеген тойоп, күңел тыныслығы менән именлектә үтһен. Изгелектәрең һәм наҙың беҙҙе тормош юлында һәр саҡ оҙатып барһын.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Талиғә, кейәүең Таһир, ҡыҙҙарың Юлиә, Лилиә, кейәүҙәрең Айҙар, Ильяс, ейән-ейәнсәрҙәрең Самина, Иллара, Маликә, Индира, Зилара, Илсинә, Ягмур һәм бүләсәрең Арина.

Автор:
Читайте нас