Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр

Рәшиҙә ӘБДРӘХИМОВАны ҡотлайбыҙ! 

Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәрБеҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр
Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр
Ҡотлоюл ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ - Рәшиҙә Ғәбиҙулла ҡыҙы ӘБДРӘХИМОВА бар тәбиғәт йәй һулышын тойоп йәшәгән илаһи бер миҙгелдә - 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй.
Яҡын кешебеҙ, беҙ һине ғүмер үрендәге матур байрамың менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, күңел тыныслығы, ғаилә шатлығы, ҡайғы хәсрәтһеҙ көндәр, аҡ бәхеттәр, балаларыңдың һәм ейән-ейәнсәрҙәреңдең күңел йылыһын тойоп, игелектәрен күреп, бәхетле оҙон ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты булһын. Тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп йәшә!
Беҙ теләйбеҙ һиңә аҡ бәхеттәр,
Шатлыҡтарға илткән юл ғына
Байрамдың матур хәтирәһе
Күңелендә ҡалһын уйылып,
Тәбрикләйбеҙ һине ысын күңелдән
Барыбыҙ ҙа бергә йыйылып!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Әлиә, кейәүең Алберт, улың Илсур, киленең Әлфиә, ейән-ейәнсәрҙәрең Розалия, кейәүең Абзал, Розалина, Линар, Вилена.
Автор:
Читайте нас