Шат күңелле булып ғүмер ит

Рәшиҙә ӘБДРӘХИМОВА оло юбилейын билдәләй!

Шат күңелле булып ғүмер итШат күңелле булып ғүмер ит
Шат күңелле булып ғүмер ит
Ҡотлоюл ауылы
Беҙҙең өсөн ғәзиздәрҙән-ғәзиз, ҡәҙерле кешебеҙ яратҡан өләсәйебеҙ - Рәшиҙә Ғәбиҙулла ҡыҙы ӘБДРӘХИМОВА ғүмеренең күркәм байрамы - 90 йәшлек оло юбилейын билдәләй!
Ҡәҙерлебеҙ, бөгөн һинең оло байрамың - тимәк, беҙҙең өсөн икеләтә тыуған көн. Һин булмаһаң, беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң - беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай сәләмәтлек, йән тыныслығы, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Көндәрең шатлыҡ менән үтһен, ғүмер юлың оҙон булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, һаман беҙгә терәк булып, кәрәк булып йәшәргә яҙһын.
Һиңә ошо матур байрамыңда барыһы өсөн дә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ. Донъяның саф һауаһын һулап, ризыҡтарын татып, гүзәллеген күреп, үҙ аяҡтарың менән йөрөп, балаларың, туғандарың, яҡындарың менән бергә-бергә ғүмер кисереүең - һине бәхетле итә, Алалға шөкөр, ошо бәхеттәреңә күҙ теймәһен.
Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Яҡшылығың менән үрнәк һин.
Ауыр саҡта һиңә таянабыҙ,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Ҡотло булһын, өләсәй, тыуған көнөң,
Нурҙар сәсһен һәр саҡ йөҙҙәрең.
Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, шатлыҡ менән
Үтһен һинең ғүмер юлдарың.
Йәшә, өләсәй, йөҙгә хәтлем.
Шат күңелле булып ғүмер ит.
Ергә ҡояш нисек кәрәк булһа,
Һин дә беҙгә шулай кәрәк бит.
Һинең тормош юлың - матур тарих,
Күптәр өсөн үрнәк булырлыҡ.
Рәхмәт әйтәбеҙ бөгөн ысын йөрәктән,
Һинең ғүмер беҙгә ғорурлыҡ.
Иң изге теләктәр менән ейәнең Азат, киленең Ләйсән һәм барлыҡ бүлә-бүләсәләрең.
Автор:
Читайте нас