Таҙалыҡта үтһен көндәрең

Фирҙәүес  КУТУЗОВА 90 йәшлек оло юбилейын ҡаршылай.

Таҙалыҡта үтһен көндәреңТаҙалыҡта үтһен көндәрең
Таҙалыҡта үтһен көндәрең

Яңы Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Фирҙәүес Сәхей ҡыҙы КУТУЗОВА 90 йәшлек оло юбилейын ҡаршылай.
Күркәм ғүмер байрамың менән тәбрикләп, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай яҡты көндәр теләйбеҙ. Киләсәктә Аллаһ Тәғәлә тән сихәтенән, йәшәү дәртенән айырмаһын, йөрәгең борсолоуҙар белмәһен. Алда һине имен, бәхетле йылдар ғына көтһөн. Күңелеңде рух ныҡлығы, иман нуры ташламаһын, тыуыр таңдарың аяҙ, тормошоң бәрәкәтле булһын. Ейән-ейәнсәрҙәреңдең изгелектәрен күреп, балаларыңдың терәген тойоп, был тормошта һөйөнөп, ҡояштай балҡып йәшә лә, йәшә яҡыныбыҙ.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙламаһын аяҡ-ҡулдарың,
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә.
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡта.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың, кейәүең, ейән-ейәнсәрҙәрең һәм бүлә-бүләсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас