Яғымлы, шат булһын күңелең

Фәриҙә КИНЙӘБАЕВАны ҡотлайбыҙ!

Яғымлы, шат булһын күңелеңЯғымлы, шат булһын күңелең
Яғымлы, шат булһын күңелең
Яңы Ямаш ауылы
Ғәзиздәрҙән ғәзиз, иң яҡын һәм ҡәҙерле кешебеҙ, һөйөклө әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, хәстәрлекле өләсәйебеҙ һәм хөрмәтле ҡоҙағыйыбыҙ - Фәриҙә Вафа ҡыҙы КИНЙӘБАЕВАны ғүмеренең күркәм байрамы - 70 йәшлек оло юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, алдағы тормошоңда шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең, килен, кейәүҙәренең изгелектәрен, яҡты киләсәген күреп, уларҙың уңыштарына ҡыуанып, килер көндәребеҙҙе яҡтыртып, оҙон-оҙаҡ бергә йәшәргә яҙһын, ҡылған изгелектәрең үҙеңә мең рәхмәт булып әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Беҙгә терәк-таяныс, кәңәшсебеҙ, йомарт, кешелекле, көслө рухлы, сабыр, ярҙамсыл, изге күңелле булыуың һоҡландыра.
Һәр ваҡыт бөгөнгөләй көләс йөҙлө, шатлыҡлы, ҡыуаныслы булып ҡал, күңелең һәр саҡ тыныс булһын, хәйерле, бәрәкәтле тормош һиңә. Һинең менән тормошобоҙ бөтөн, аҙымдарыбыҙ ышаныслы.
Тормош юлың һәр ваҡыт балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең,
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тип әйтәләр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен!
Изге теләктәр менән балаларың, килен-кейәүҙәрең, ейән-ейәнсәрәҙрең һәм ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың.
Автор:
Читайте нас