

Илкәнәй ауылы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, һөйөклө ҡыҙыбыҙ, апайыбыҙ, ҡәйенбикәм, хәстәрлекле әсәйебеҙ, яратҡан инәйебеҙ Гөлфиә Салауат ҡыҙы ШӘРИПОВАны ихлас кунелдән матур тормош байрамы 40 йәшлек куркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерлебеҙ, ғүмер иртәләреңде шатлыҡ менән ҡаршы алып, матур уйҙар һәм яҡты өмөттәр менән тулы бәхетле мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ! Теләктәрең уң, барыр юлдарың оҙон, тыуасаҡ таңдарың һәр ваҡыт нурлы, тормош күгең аяҙ булһын! һөйөнөстәргә тулы булһын һәр көнөң, ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғәилә именлеге, бағлаған өмөттәреңдең тормошҡа ашыуын теләйбеҙ. Яҡты уй-хыялдар, киләсәккә ышаныс, күңел бөтөнлөгө менән артабан да ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын! Һәр ваҡыт шулай саф күңелле, ярҙамсы, йомарт булып ҡал!
Баҡсаларҙа ҡоштар һайрап туймай,
Һине ҡотлап тыуған көнөңдә.
Ер йөҙөндә булған изгелектәр
Һыйған һинең күңел түреңә.
Һин бит беҙҙең һәммәбеҙгә
Яҡты ҡояш, нурлы ай кеүек.
Бәхет-шатлыҡ, ныҡлы сәләмәтлек
Юлдаш булһын һиңә ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ яҡындарың.