Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын

Роза ЯМАНҺАРОВАны ҡотлайбыҙ!

Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһынҺәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын
Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын

Ҡотлоюл ауылы
Беҙҙең ҡәҙерле һәм ғәзиз кешебеҙ, яратҡан инәйем, һөйөклө өләсәйебеҙ, балаларыбыҙҙың хәстәрлекле ҡартөләсәйе - Роза Хәйҙәр ҡыҙы ЯМАНҺАРОВАны - 70 йәшлек матур юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Тырыш, хәстәрлекле, сабыр йөрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, миһырбанлы булып ҡал, йөҙөңдән йылмайыу китмәһен! Ошо матур байрамыңда һиңә мең рәхмәттәр әйтәбеҙ, беҙҙе аҡыллы кәңәштәреңдән айырмай, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшәргә яҙһын!
Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын,
Һине наҙлап елдәр иҫһендәр.
Йәшәү матурлығы, йәме булып,
Көн артынан көндәр үтһендәр.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән улың Марсель, ейән-ейәнсәрҙәрең, кейәү-килендәрең: Фаягөл һәм Руслан, Динар һәм Таңсулпан, Илнар һәм Елена, бүлә-бүләсәрҙәрең Рафаэль, Реваль, Карина, Данил, Самина.

Автор:
Читайте нас