Абдул ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ - Фәнүр Марат улы СӨЛӘЙМӘНОВты - 50 йәшлек матур юбилейы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Ҡәҙерле кешебеҙ бик тырыш, ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүсән, ғүмере буйы тракторҙа эшләне, ишек алдарында ниндәй генә техника юҡ. Бик яҡшы, киң күңелле кеше ул беҙҙең кейәү, эштән арып-талып ҡайтһа ла, бер ҡасан да йөҙөн боҙмай, беҙҙең килгәнгә ҡыуанып, ихласлап ҡаршы ала ла, иртүк таң менән һикереп тороп эшкә сығып та китә. Тормош иптәше Гөлназ менән бергә ҙур итеп йорттар һалдылар, 4 балаға ғүмер бүләк итеп, уларҙы лайыҡлы тәрбиәләп, бөгөнгө көндә ейәндәре Рамирға бәхетле олатай-өләсәй ҙә булдылар. Тормош булғас төрлө хәлдәр була, бер йыл эсендә бик ҙур юғалтыуҙар кисерергә тура килде кейәүебеҙгә, шулай ҙа ул сабыр булды, һынманы, тормош иптәше менән ҡулға-ҡул тотоноп, тормош һуғмағынан атлауҙарын дауам иттеләр.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә байрамың уңайынан ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең ҡояш кеүек иң нурлыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булhын. Бөгөнгөләй шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен.
Беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ. Киләсәктә лә шулай парлы булып, ғәзиздәреңдең ҡәҙер-хөрмәтен күреп, туғандарың менән бергәләп бәхетле тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын.
Ғүмерҙе бит йылдар билдәләмәй,
Йәшәү дәрте булһын күңелдә.
Сәләмәтлек, бәхет, ҡыуаныстар
Юлдаш булһын һиңә ғүмергә.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән Минибай һәм Гөлсәсәк Аҙнабаевтар, Фаягөл һәм Рифат Әҙеһамовтар.