Йәшә шатлыҡтарға күмелеп

Динар Рәмил улы ИШБИРҘИНға иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!

Йәшә шатлыҡтарға күмелепЙәшә шатлыҡтарға күмелеп
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ, яратҡан тормош иптәшем, атайыбыҙ, һөйөклө туғаным, ҡәйнешем, абзыйым - Динар Рәмил улы ИШБИРҘИНды ғүмер байрамы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң йылы, иң матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең яҡыныбыҙ һәр ваҡыт ҡуйылған маҡсаттарына ирешеүсән булыуы, тырышлығы, һәр эште еренә-еткереп башҡарыуы менән айырылып тора, беҙҙең өсөн ныҡлы терәк, кәләше өсөн тоғро тормош иптәше, балалары өсөн өлгө булырлыҡ атай ҙа ул.
Алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл, ҡәҙерле кешебеҙгә - һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең - иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булһын, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Киләсәгең йыр кеүек матур, ҡояш кеүек яҡты, тыуасаҡ таңдарың нурлы, күк йөҙөң һәр ваҡыт аяҙ булһын. Гел шулай йылмайып, кешеләрҙе һөйөндөрөп, ҡәҙер хөрмәттә йәшә. Тормош юлың мөхәббәткә, йылылыҡҡа, наҙға төрөлөп үтһен, алдыңа ҡуйған маҡсаттарың гел шулай тормошҡа ашып торһон, яҡындарың менән бергә бәхетле тормошта оҙон-оҙаҡ, ҡыуаныстарға төрөнөп кенә йәшә лә йәшә!
Тыуған көнөң менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән
Тыуғанһың һин бары яҡшыға
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Таңсулпан, улың Данил, ҡыҙың Самина, барлыҡ яҡындарың исеменән апайың Фаягөл.

Автор:
Читайте нас