

Ҡәҙерлеләребеҙ һеҙгә ошо күркәм байрамдарығыҙҙа иң матур, иң йыл һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ! Артабан да өйөбөҙҙөң йылыһын һаҡлап, бергә, матур, имен, бай тормошта, һаулыҡта-сәләмәтлектә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ. Пар ҡанаттарығыҙ талмаһын, һынмаһын! Беҙгә үрнәк, кәрәк, терәк һеҙ! Тормошобоҙға йәм өҫтәп, йәшәргә көс биреп, беҙҙең изгелегебеҙҙә, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең уңыштарына һөйөнөп, барлыҡ туғандарығыҙ, яҡындарығыҙ менән татыулыҡта, шатлыҡтарға төрөнөп кенә йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ! Һеҙҙең менән ғорурланабыҙ, яратабыҙ һәм барыһы өсөн дә баш эйеп рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ!
Рәхмәт һеҙгә, атай- әсәй!
Ярай әле икәү йәшлектә,
Бер-берегеҙгә осрап табышҡанһығыҙ,
Ҡауышҡанһығыҙ беҙҙең бәхеткә.
Һеҙ булғанға, атай- әсәй,
Нигеҙебеҙ нурлы, һөйкөмлө.
Аҙашҡанда һәр саҡ юл күрһәтеп,
Янығыҙсы йондоҙ шикелле!
Кәрәк түгел алтын-көмөшө лә,
Ситтә торһон барлыҡ байлыҡтар.
Ишек асып өйгә ҡайтып кергәс,
Ҡаршылаусы атай-әсәй бар!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ бүләгеҙ Айвар.