Яманһары ауылы
Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле, яҡын, яратҡан кешеләребеҙ - Ғабдрафиҡ Абдулхаҡ улы менән Мәрйәм Ғәли ҡыҙы ИҘРИСОВТАРҙы - 65 йыллыҡ матур, күркәм ғүмер байрамдарын билдәләй!
65 йыл эсендә бер-берегеҙ тип өҙөлөп йәшәнегеҙ, ихтирам йөҙө менән ҡаранығыҙ, көндәлек һынауҙарҙы бергә үттегеҙ! Һеҙҙең бергә алып барған тормош юлығыҙҙа күпме сабырлыҡ, ҡәҙер-хөрмәт, мөләйемлелек ята! Йылы ҡанаттарығыҙ аҫтында күпме яҡындарығыҙ йылына! Ошо йылылыҡ тағы бик күп йылдар беҙҙе нурға күмһен, йәшәүебеҙгә көс бирһен ине! Һеҙгә ер йөҙөнөң бары изге теләктәрен еткерәбеҙ! Һау-сәләмәт булып, бергә тағы оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен, Аллаһ Тәғәлә! Атыр таңдарығыҙ ҡояшлы, төндәрегеҙ тыныс булһын, балалар, ейән-ейәнсәрҙәр изгелегенән яҙҙырмаһын!
Тормош матур, “балаларым”-, тиеп,
Өҙөлгән кешеләр булғанда.
Йылы кәңәштәре – дауа бит ул!
Күңел ҡылы һыҙлап торғанда.
“Ҡартатай! Ҡартәсәй!”-, тигән һүҙгә
Бөтмәҫ ҙур мәғәнә һалынған!
Һағынышып ҡайтып төшәбеҙ шул
Һеҙҙән йәшәү көсө алырға!
Яҡындарыбыҙ! Оло рәхмәт һеҙгә!
Һеҙ булғанға тормош йәмлерәк!
Бергәләшеп бер табында йыйылып
Эскән сәйҙәр ҙә бит тәмлерәк!
Ҡотло булһын яҡындарға тиеп
Бағышланған матур был байрам!
Күрәһегеҙме? Донъя шундай сағыу!
Һеҙгә тиеп балҡый бар ғаләм!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ, бүлә-бүләсәрҙәрегеҙ.