Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын

Зәлиә ВӘЛИТОВАны ҡотлайбыҙ! 

Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһынЮлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын

Ҡәҙерлебеҙ, нур һибеүсе яҡты ҡояшыбыҙ, ҡыҙыбыҙ, һылыуыбыҙ, апайыбыҙ - Зәлиә Сабир ҡыҙы ВӘЛИТОВАны матур байрамы - тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Бөгөнгө көндә ул Өфө ҡалаһында ғаиләһе менән татыу ғына йәшәп яталар. Яратҡан һөнәре буйынса уңышлы эшләп йөрөй. "Яңы тыуған сабыйҙарҙы ҡулға алып, бөтөн ағзаларын тикшереп, әсәйҙәрҙең ҡулына тоттороу - үҙе ҙур бәхет, "- ти ул.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле тормош, оҙон ғүмер, эштәреңдә уңыштар теләйбеҙ. Гел шулай матур, күңелле булып ҡал.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш, борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Тыуған көнөң - юбилейың менән
Ысын күңелдән һине ҡотлайбыҙ.
Сәләмәтлек, шатлыҡ, ҡыуаныстар,
Күңел тыныслығы теләйбеҙ.
Юлдарыңа аҡ бәхеттәр яуһын,
Шатлыҡ балҡып торһон йөҙөңдә.
Ҡайғы хәсрәт һине урап уҙһын -
Шул теләктәр беҙҙән үҙеңә!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Заһир, ата-әсәйең Сабир һәм Гөлсөм, апайың Гүзәл, мырҙаң Айнур, еҙнәң Илфат.

Автор:
Читайте нас