

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған тормош иптәшем, әтейебеҙ, ҡартатайыбыҙ Рәкит Анатолий улы ҒӘЛИЕВты тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ һәм уға иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Бик тырыш, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүсән, киң күңелле, яҡшы әтей, ҡартатай ҙа булған ҡәҙерлебеҙгә именлек, бәхетле, бәрәкәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Киләсәктә лә тормоштан йәм табып, балаларҙың изгелектәрен күреп, бәхет-шатлыҡта, бергә-бергә иҫән-һау йәшәргә насип булһын Алла бирһә. Яныңда һәр ваҡыт ышаныслы дуҫтарың, терәк-таяныс булырлыҡ яҡындарың булһын. Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ һәм яратабыҙ.
Йылдар үтә торһон, һыуҙар аҡһын,
Шатлыҡ менән килһен яңыһы.
Беҙ теләйбеҙ алда ғүмерҙәрҙең
Бәрәкәтле, яҡты, нурлыһын!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Нәсимә, улдарың Рәмзил, Динар, киленең Оксана, ейәнсәрҙәрең Рианиа, Амелия.