Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!

Рәсимә ЯЛСЫҒОЛОВАны ҡотлайбыҙ!

Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ, һылыуыбыҙ, әсәйебеҙ Рәсимә Ҡотдос ҡыҙы ЯЛСЫҒОЛОВАны матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ. Байрамың матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Йөрәктәребеҙҙән сыҡҡан иң-иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын, таң елдәренең наҙлыһын, ҡояш нурының йылыһын, ғүмерҙең оҙонон, һаулыҡтың ныҡлыһын теләйбеҙ! Тормош ауырлыҡтарына бирешмәйенсә, беҙҙең менән оҙон оҙаҡ йәшәргә яҙһын әле!
Тормошоң һәр саҡ балҡып торһон,
Яғымлы шат булһын күңелең.
Сәләмәтлек, бәхет, шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең!
Иң изге теләктәр менән әсәйең Флүрә, инәйең Фәниә, апайың Рәсилә, авзыйың Руслан, еңгәң Айгөл, балаларың Байрас һәм Рәзинә.

Автор:
Читайте нас