Иң затлы кешебеҙ

Рәхилә МӨЛӨКОВАны ҡотлайбыҙ!

Иң затлы кешебеҙИң затлы кешебеҙ
Иң затлы кешебеҙ

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған хөрмәтле әсәйебеҙ! Бөгөн һинең матур тормош байрамың! Тыуған көнөң! Ошо күркәм көн уңайынан ихлас күңелдән һине 65 йәшлек юбилейың менән ҡайнар ҡотлайбыҙ. Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтырһын, балҡытып торһон. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, һәр атҡан таңға, килгән яҙҙарға ҡыуанып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп йәшәргә яҙһын! Әлегеләй алсаҡ йөҙлө изге күңелле булып, ауырымай-һыҙланмай оҙон ғүмер ит.
Һиңә ошо йәмле байрамыңда меңдәрсә рәхмәт һүҙҙәре әйтәбеҙ.

Һин – донъяла иң затлы, сауаплы кешеләрҙең береһелер, беҙ һине сикһеҙ хөрмәт итәбеҙ, ысын йөрәктән яратабыҙ. Балаларың Динар, Венер, Рәсимә, кейәүең Айнур, ейәндәрең Динислам, Даниил, Даян.

Автор:
Читайте нас