

Яманһары ауылында тыуып үҫеп, бөгөнгө көндә Ҡунаҡбай ауылында йәшәүсе беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, һөйөклө өләсәйебеҙ Роза Ғимран ҡыҙы ӘБДРӘХИМОВАны - 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш, хеҙмәтһөйөүсән, һәр кешегә алсаҡ йөҙлө, ярҙамсыл кеше. Ул 1961 йылда Ҡунаҡбай ауылы егете, атайыбыҙ, олатайыбыҙ - Ишбулды Йосоп улына кейәүгә сыға һәм 5 балаға ғүмер бүләк итә. Намыҫлы хеҙмәте өсөн Хеҙмәт ветераны исеменә лә лайыҡ ҡәҙерлебеҙ. Ҡәҙерлебеҙҙе тормош һынауҙары ла урап үтмәй, ул сабыр булып, һынмай, бөгөлмәй, беҙгә терәк, кәрәк булып йәшәүен дауам итә. Бөгөнгө көндә 4 ҡыҙына, 15 ейән-ейәнсәренә, 24 бүлә-бүләсәренә бәхетле әсәй һәм өләсәй ул.
Һөйөклөбөҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп ҡала.
Һиңә ошо матур байрамыңда һаулыҡтың иң ныҡлыһын, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең дә һаулыҡта, муллыҡта, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, беҙгә терәк булып, яҡындарыңдың изгелеген тойоп, күңел тыныслығы менән именлектә үтһен. Изгелектәрең һәм наҙың беҙҙе тормош юлында һәр саҡ оҙатып барһын.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Иң изге теләктәр менән барлыҡ балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең.