Иҫке Мораптал ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, ҡәйнәм, нәнәйебеҙ Әлфиә Әшрәф ҡыҙы Әбсәләмованы ысын күңелдән матур юбилейы менән ҡотлайбыҙ.
Һөйөклөбөҙ, һинең хаҡта ниндәй генә һүҙҙәр яҙһаҡ та, аҙ булыр һымаҡ. Сөнки һинең йомарт, нескә күңелеңде әйтеп бөтөрлөк түгел. Һин булғанда беҙ бәхетлебеҙ. Йылы һүҙҙәрең, аҡыллы кәңәштәрең менән беҙҙең өсөн һин терәкһең. Ултырып һөйләшеүҙәрҙән, серләшеүҙәрҙән һуң күңелдәргә дәрт, көс, илһам өҫтәлеп ҡала.
Һиңә ошо матур байрамыңда һаулыҡтың иң ныҡлыһын, ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурын теләйбеҙ. Киләсәк көндәрең дә һаулыҡта, муллыҡта, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, беҙгә терәк булып, яҡындарыңдың изгелеген тойоп, күңел тыныслығы менән именлектә үтһен. Изгелектәрең һәм наҙың беҙҙе тормош юлында һәр саҡ оҙатып барһын.
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың, кейәүең, улың, киленең, ейән-ейәнсәрҙәрең.