Һинән башҡа бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!

Венера КИНЖӘЛИЕВАны ҡотлайбыҙ!

Һинән башҡа бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!Һинән башҡа бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Һинән башҡа бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Ҡәҙерле кәләшемде, әсәйебеҙҙе Венера Сәлим ҡыҙы КИНЖӘЛИЕВАны матур юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ. Бөгөн һинең яҡты байрамың – тыуған көнөң. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул торош, сикһеҙ бәхет теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытт ла китмәһен. Сәләмәт бул, тәүфиҡлы бул, бәхетле бул!

Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, ҡыҙҙарың.
Автор:
Читайте нас