Шәбағыш ауылы
Ҡәҙерле абзыйыбыҙ, ҡайнағабыҙ һәм бабайыбыҙ - Илдар Ғәли улы ЮЛДАШЕВты - 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, ошо матур байрамыңда, һиңә ҡоростай ныҡлы сәләмәтлек, ғүмерҙең оҙонон, көндәрҙең яҡтыһын, бәхет-шатлыҡтарҙың мөлдөрәмә тулыһын теләйбеҙ. Һәр тыуасаҡ көнгә, яуған ҡар бөртөгөнә, балҡыған йондоҙҙарға, атҡан сәскәләргә шатланып-ҡыуанып йәшәгеҙ. Күңел тыныслығында, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡыуанысына, уңышына һөйөнөп, яҡындарығыҙҙың һөйөү-хөрмәтенә сорналып, бәрәкәтле, имен ғаилә тормошонда йәшәргә яҙһын. Әлегеләй алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, дәртле булып ҡалығыҙ.
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр саҡ көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға күмелеп.
Тәбиғәттән изге күңел менән,
Тыуғанһың һин бары яҡшыға.
Фәрештәләр ике ҡанат йәйеп,
Һәр саҡ торһон һинең ҡаршыңда.
Иң изге ҡотлау теләктәре менән Яҡшымбәт ауылында йәшәүсе һеңлең Зимфира, кейәүең Юлай һәм уларҙың балалары: Гөлфиә, Юнир, Камила, Гөлфирә, Рөстәм.