Йәшәү йәме юлдаш булһын һәр саҡ

Әлфиә ӘБСӘЛӘМОВАны һәм Венера КИНЖӘЛИЕВАны ҡотлайбыҙ!

Йәшәү йәме юлдаш булһын һәр саҡЙәшәү йәме юлдаш булһын һәр саҡ
Йәшәү йәме юлдаш булһын һәр саҡ
Иҫке Мораптал ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған туғандарыбыҙ Әлфиә Әшрәф ҡыҙы ӘБСӘЛӘМОВАны һәм Венера Сәлим ҡыҙы КИНЖӘЛИЕВАны юбилейҙары менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлап, йөрәктәребеҙҙән сыҡҡан йылы теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һеҙгә һаулыҡтың ныҡлығын, бәхеттең иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрегеҙ ҡояшлы, көндәрегеҙ аяҙ, кистәрегеҙ тыныс булһын. Киләсәктә лә тормошҡа һөйөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, атыр таңдарығыҙ,
өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағығыҙ шатлыҡҡа ғына тулып тәгәрәһен.
Йөрәктәрҙән сыҡҡан наҙлы һүҙҙәр,
Күңелдәрҙә булған саф хистәр,
Оҙон ғүмер, яҡты матур тормош-
Беҙҙең һеҙгә әйтер теләктәр.
Ағым һыуҙар кеүек ғүмер үтә,
Үтһен, әйҙә, ул гел шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә һәр саҡта.
Үргә атлар өсөн көсөгөҙ артһын
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен.
Күңелеңдә булған бар теләктәрегеҙ
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Иң изге теләктәр менән Әминевтар, Алтыншиндар, Ибраевтар, Исламғоловтар, Ҡалдаровтар, Мостафиндар ғаиләләре.
Автор:
Читайте нас