

Түбәнге Баба ауылы
Йәмле август айының беренсе көнөндә беҙҙең иң ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ - киленебеҙ, тормош иптәшем, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ һәм ҡәйнәбеҙ - КИНЙӘКӘЙЕВА Резида Рәлиф ҡыҙы үҙенең 50 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй.
Ҡәҙерлебеҙ, һине ғүмер байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ.
Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, шатлыҡ-һөйөнөстәргә төрөнөп кенә йәшә. Байрамың-мөбәрәк, эштәрең-уң, һаулығың ҡоростай булһын!
Ер йөҙөнөң бөтә матурлығын
Килә һиңә бүләк итәһе.
Донъялағы матур һүҙҙәрҙең
Иң йылыһын килә әйтәһе.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын, шатлыҡ менән
Гөрләп йәшә матур йыр һымаҡ!
Беҙҙең күңел һәр саҡ һиңә
Теләй бары изге теләк.
Ер йөҙөндә һинән башҡа
Бер кем юҡ ҡәҙерлерәк!
Изге ҡотлауҙар менән: ҡәйнәң, тормош иптәшең, балаларың, ейәнең, кейәүҙәрең.