Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
4 Августа 2023, 04:28

Бәхеттә йәшәргә яҙһын!

Рәмилә Йәдкәр ҡыҙы ӘБДЕЛМӘНОВАны 60 йәш тулыу айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.

Бәхеттә йәшәргә яҙһын!Бәхеттә йәшәргә яҙһын!
Бәхеттә йәшәргә яҙһын!

Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һеңлебеҙ, апайыбыҙ, туғаныбыҙ Рәмилә Йәдкәр ҡыҙы ӘБДЕЛМӘНОВАны 60 йәш тулыу айҡанлы ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һиңә ғүмерҙең иң оҙонон, бәхеттең иң ҙурыһын, шатлыҡтарҙың иң олоһон юллайбыҙ. Яҡты ал таңдар, зәңгәр күктәр һинең күңелеңде һәр саҡ яҡтыртһын, балҡытып торһон. Таң елдәренең наҙлыһы, йән тыныслығы, сикһеҙ бәхеттәр, эшеңдә ҙур уңыштар, күтәренке кәйеф, бәхетле ғаилә тормошо юлдаш булһын һиңә. Һәр ваҡытта ла шулай шат, көләс йөҙлө, изге күңелле булып ҡал. Киләсәктә лә шатлыҡта, ҡыуаныста, бәхеттә йәшәргә яҙһын!
Күпме булһа ерҙә изге теләк-
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ап-аҡ ҡарҙар кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар,
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Иң изге теләктәр менән Мәҡсүтовтар ғаиләһе исеменән Флүрә апайың.

Автор:
Читайте нас