Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын

Нәфисә ХӘБИБУЛЛИНАны ҡотлайбыҙ! 

Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһынЭштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын
Йәйҙең йәмле көндәрендә беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле булған кешебеҙ, әнейебеҙ, өләсәйебеҙ Нәфисә Сибәғәт ҡыҙы ХӘБИБУЛЛИНА 65 йәшлек юбилейын билдәләй! Тыуған көнө менән ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, иҫәнлек, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете, йән тыныслығы теләп ҡалабыҙ!
Бәләкәйҙән йәтем ҡалған, әней, әтей наҙын, мөхәбәтен күрмәүенә ҡарамаҫтан, беҙгә-балаларына хәстәрлекле, иң яғымлы, иң наҙлы, мөхәбәтле әней була белгәнеңә мең-мең рәхмәтлебеҙ. Әтейебеҙ менән әлегеләй шулай алсаҡ йөҙлө, изге күңелле, дәртле булып ҡалығыҙ. Әтейебеҙгә тоғро тормош иптәше була белеүеңә, туғандарыңа, дуҫ иптәштәреңә ныҡлы таяныс, күршеләреңә һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙғаның өсөн һине яраталар, хөрмәт итәләр! Һәр тыуасаҡ көнгә, яуған ҡар бөртөгөнә , балҡыған йондоҙларға, атҡан сәскәләргә шатланып-ҡыуанып йәшә! Аллаһ һине сәләмәтлектән, күңел тыныслығынан, ҡартлыҡ бәхетенән, әтейебеҙ менән парлы тормоштан айырмаһын! Ҡартайған көнөңдә балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең шатлыҡтарын уртаҡлашып, ҡәҙер-хөрмәт күреп, беҙгә терәк булып, ауырымайса оҙаҡ йәшә! Һин булғанға беҙгә тыныс, донъя бөтөн! Барыһы өсөн ҙур-ҙур рәхмәт һиңә! Беҙ һине яратабыҙ!
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, улың Рәфис, киленең Гүзәлиә, ҡыҙың Гөлназ, кейәүең Салауат һәм ейән-ейәнсәрҙәрең Ралина, Дамир, Риана, Рамина, Диана, Сафия.
Автор:
Читайте нас