Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә

Рауза ЯРЫШЕВАны ҡотлайбыҙ! 

Һис бирешмәй йәшә, мең йәшәҺис бирешмәй йәшә, мең йәшә
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Рауза Ғайнулла ҡыҙы ЯРЫШЕВАны тыуған көнө менән ысын күңелдән ҡотлап, иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Киләсәк көндәрең өмөт менән тулы булып, ғүмер йомғағың шатлыҡ-һөйөнөстәргә генә тулып тәгәрәһен. Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, һәр атҡан таңға, яуған ҡарҙарға, килгән яҙҙарға, аҡҡан һыуҙарға һоҡланып, үткән ғүмергә үкенмәй, балаларыңдың изгелеген күреп, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, әсәй! Оҙон ғүмер, күңелеңдәге йән йылыһының нуры һүнмәйенсә, һүрелмәйенсә, беҙгә, балаларыңа, йәшәйеш сығанағы булып тороуыңды теләйбеҙ.
Рәхмәт әйтеп һиңә баш эйәбеҙ,
Һис бирешмәй йәшә, мең йәшә.
Һәр көнөңдә һине яратыусы
Балаларың булһын йәнәшә!
Иң изге теләктәр менән улдарығыҙ Рәмил, Илгиз, Илшат, килендәрегеҙ Ғәлиә, Гөлнур, Илмира һәм ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ менән бүләрегеҙ.

Автор:
Читайте нас