

Таймаҫ ауылы
Хөрмәтле ҡоҙағыйыбыҙ Хәҙисә Ергис ҡыҙы МӘҺӘҘИЕВАны 80 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һине күңел көрлөгө һис ҡасан ташламаһын, һаулығың ныҡлы булһын, һәр тыуар көн бәхетле хәтирәләр, яҡты уйҙар бүләк итһен. Иң мөһиме – сәләмәт бул, донъя мәшәҡәттәре өсөн көймә. Хоҙай һине күңел тыныслығынан айырмаһын, йөрәгең һәр ваҡыт шатлыҡ менән тулы булһын. Киләсәктә лә яҡындарыңдың ҡәҙер-хөрмәтен тойоп, аҡыллы кәңәштәрең менән барыһына ла терәк булып, именлектә, бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Иртәләрең ҡояшлы, килер көндәрең – көләс, уйҙарың – яҡты, күңелең – тыныс булһын.
80 йыл ғүмер уҙып киткән,
Күпме йылдар, һыуҙар аҡҡандар.
Шул йылдарҙың иҫтәлеге булып,
Маңлайыңа һырҙар ятҡандар.
Оҙон ғүмер бирһен һиңә Хоҙай,
Һыҙланмаһын аяҡ-ҡулдарың.
Бәхет, шатлыҡ, һөйөнөстәр менән,
Таҙалыҡта үтһен көндәрең.
Иң изге теләктәр менән ҡоҙаң Радик, ҡоҙағыйың Рауза Ярышевтар.