Йәшәү йәме юлдаш булһын һиңә

Хәсән ИШМӨХӘМӘТОВты ҡотлайбыҙ!

Йәшәү йәме юлдаш булһын һиңәЙәшәү йәме юлдаш булһын һиңә
Йәшәү йәме юлдаш булһын һиңә

Зәк-Ишмәт ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әтейебеҙ, олатайыбыҙ, ҡайныбыҙ Хәсән Әнәс улы ИШМӨХӘМӘТОВты 70 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Әтейебеҙ үҙенең тормош юлын, көсөн, дәртен мәктәптә балалар уҡытыуға арнаны. Һәр береһенә ихтирамлы кеше булды. Ҡәҙерлебеҙ эштә генә түгел, ғаиләлә лә өлгөлө әтей, хәстәрлекле хужа.

Яҡыныбыҙ! Маңлайыңа һырҙар ятып, сәстәрең салланһа ла, күңелең йәш булып ҡалһын. Тормош йәмен, матурлығын тойоп, шатлыҡ-ҡыуаныстар кисереп, бик оҙаҡ йәшәргә насип булһын. Сәләмәтлек, йән тыныслығы, имен тормош, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ һиңә. Беҙ һине яратабыҙ!
Ҡотло булһын, әтей, тыуған көнөң,
Беҙ барыбыҙ ошо теләктә.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Шатлыҡ өҫтәй беҙҙең йөрәккә!
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта,
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һиңә ҡартлыҡта!
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Светлана, улдарың Азат, Илһам, ҡыҙҙарың Айгөл, Гүзәл, Земфира, кейәүең Вячеслав, ейән-ейәнсәрҙәрең Карина, Элина, Нурислам.

Автор:
Читайте нас