Беҙ һине яратабыҙ!

Хәмиҙә ИСКӘНДӘРОВАны ҡотлайбыҙ! 

Беҙ һине яратабыҙ!Беҙ һине яратабыҙ!
Беҙ һине яратабыҙ!

Бөгөн беҙҙең өсөн бик ҡәҙерле булған кешебеҙ: әнәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Искәндәрова Хәмиҙә Юнир ҡыҙының тыуған көнө 65 йәшлек юбилейы! 

 Ҡотлайбыҙ!!!Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, именлек, тыныслыҡ, бәрәкәтле тормош теләйбеҙ! Әнәйебеҙ атайыбыҙ Ғилемйән Ғөбәйҙулла улы менән, беҙ, биш балаға ғүмер бүләк иткән. Уҡытып кеше итеп, оло тормош юлына аяҡ баҫырға ярҙам иткән кешеләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы атайыбыҙ был донъянан иртә китте. Тормош иптәшен иртә юғалтҡан әнәйебеҙгә донъя йөгөн тартыу еңелдән түгел, шулай ҙа бар көсөн һалып баҡса үҫтерә, ҡош-ҡорт, мал-тыуар тота. Тырышып донъя көтә.
Ҡәҙерлебеҙ!!! Һин беҙҙең таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ. Һиңә иң мөһиме ныҡлы һаулыҡ теләйбеҙ. Балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең, дуҫ, туғандарың менән бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын.
Беҙ һине яратабыҙ!
Әнәй– беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барҙа.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙен арала
Иң изге теләктәр менән биш балаң, кейәү, килендәрең, 14 ейән - ейәнсәрең.

Автор:
Читайте нас