Шатлыҡтарға йәшә күмелеп

Гөлсирә СЫНБУЛАТОВАны ҡотлайбыҙ! 

Шатлыҡтарға йәшә күмелепШатлыҡтарға йәшә күмелеп
Шатлыҡтарға йәшә күмелеп
Яңы Юл ауылы
Ҡәҙерле әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Гөлсирә Тәжислам ҡыҙы СЫНБУЛАТОВАны 75 йәшлек күркәм юбилейы менән ихлас күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Һәр беребеҙгә терәк-таяныс булған оло йөрәкле, сабыр, аҡыллы, беҙҙең өсөн өҙөлөп торған әсәй-өләсәй һин!
Аллаһы Тәғәлә һине һаулыҡтан, күңел тыныслығынан, донъя ҡыуаныстарынан айырмаһын. Күңелең һис ҡасан борсолоуҙар белмәһен. Тормошобоҙҙоң ҡотон һаҡлап, бәхетле ҡартлыҡ кисер. Күркәм ғүмер байрамың менән тәбрикләп, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон ғүмер, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай яҡты көндәр теләйбеҙ.
Тиңләр инек һине тулған айға,
Саф йөрәгең айҙан нурлыраҡ.
Тиңләр инек һине ал ҡояшҡа,
Күңел наҙың, әсәй, йылыраҡ.
Сабыр, ғәҙел, оло йәнлеһең һин,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Ҡайғыларһыҙ үтһен һәр бер көнөң,
Шатлыҡтарға йәшә күмелеп.
Ҡотлау менән - улдарың, килендәрең, ейән-ейәнсәрҙәрең, бүлә-бүләсәрҙәрең
Автор:
Читайте нас