

Ҡарай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған һылыуыбыҙ, бикәсебеҙ, апайыбыҙ Тәскирә Биктимер ҡыҙы БИКМАЕВАны ғүмеренең матур байрамы 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ошо ғүмер байрамыңда һаулыҡтын ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон теләйбеҙ. Иртәләрең - ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, кистәрең – нурлы, күңелең – тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле, терәгебеҙ булып ҡалыуыңды теләйбеҙ. Кейәүебеҙ менән матур итеп, балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшәргә насип булһын!
Ҡотло булһын һинең юбилейың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән авзыйларың Камил, Шамил, еңгәләрең Роза, Зөһрә Баязитовтар һәм дә уларҙың балалары.