

Таймаҫ ауылы
Һөйөклө ейәнсәрем Аделина Риф ҡыҙы ҮТӘГӘНОВАны йәшлегенең матур байрамы – 20 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайым!
Ҡәҙерлем, һин минең ҙур ҡыуанысым, һине биргәнгә Аллаһы Тәғәләмә мең шөкөр тим. Мәрхәмәтле, игелекле, тырыш, сабыр, түҙемле, бал кеүек татлы бул. Һиңә һаулыҡ-сәләмәтлек, мул торош, сикһеҙ бәхет теләйем. Яныңда һәр ваҡыт үҙеңде яратыусы, хөрмәт итеүсе яҡындарың, ышаныслы дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Сәләмәт бул, тәүфиҡлы бул, бәхетле бул бәләкәсем!
Киләсәктә бөтә булған уй-теләктәрең, максаттарың тормошҡа ашһын! Һәр ваҡыт та шулай сибәр, алсаҡ, һөйкөмлө, тырыш һәм ныҡыш булып ҡал! Мин һине яратам, бәхетле бул, ейәнсәрем!
Ейәнсәрем минең, ейнәсәрем алтыным,
Һиңә илтәм йөрәк йылыһын.
Йылмайыуың һинең яҡты йондоҙ кеүек,
Һинең өсөн донья балҡыһын.
Теләктәрҙең изгеләре һиңә,
Бәхеттәрҙән торһон тормошоң,
Яҙмышыңдың һәр бер миҙгелендә,
Доғаларым булһын юлдашың.
Ейәнсәрем минең, ҡояшым, йондоҙом,
Күҙ теймәһен нурлы йөҙөңә.
Бәхет - шатлыҡтарҙы Хоҙайҡайым,
Ҡойоп ҡына бирһен үҙеңә!
Иң изге теләктәр менән өләсәйең Зөһрә.