Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгең

Тәскирә БИКМАЕВАны ҡотлайбыҙ! 

Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгеңШатлыҡ тойоп типһен йөрәгең
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгең
Ҡарай ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әсәйебеҙ, ҡәйнәбеҙ, өләсәйебеҙ Тәскирә Биктимер ҡыҙы БИКМАЕВАны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ысын күңелдән ҡотлайбыҙ.
Күркәм ғүмер байрамың менән тәбрикләп, һиңә ныҡлы сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстарға бай яҡты көндәр теләйбеҙ. Ғаилә шатлығына ләззәтләнеп, күңел тыныслығы, рух ныҡлығы менән ғүмер үрҙәренә артылырға яҙһын. Ҡәҙер-хөрмәткә күмелеп, балаларыңдың изгелектәрен күреп, тормош иптәшеңдең терәген тойоп, был тормошта һөйөнөп, ҡояштай балҡып йәшә.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсылһың һәр бер туғанға.
Күңел тыныс, донъя йәмле
Яныбыҙҙа тик һин булғанда.
Яҡты ҡояш һәр саҡ юлдаш булһын,
Шатлыҡ тойоп типһен йөрәгең,
Ауырлыҡтар һине урап үтһен.
Ҡабул булһын һәр бер теләгең.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Салауат, ҡыҙҙарың Зөлфирә, Әлиә, кейәүҙәрең Руслан, Илдар, ейән-ейәнсәрҙәрең Элина, Дамир, Таир.
Автор:
Читайте нас