Тормош юлың балҡып торһон

Фәүриә ХӘМИТОВАны ҡотлайбыҙ! 

Тормош юлың балҡып торһонТормош юлың балҡып торһон
Тормош юлың балҡып торһон
 
Түбәнге Баба ауылы
Беҙҙең өсөн ғәзиздәрҙән-ғәзиз, ҡәҙерле кешебеҙ, яраткан ҡатыным, әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Фәүриә Сәрүәр ҡыҙы ХӘМИТОВА ғүмеренең күркәм байрамы - 65 йәш юбилейын билдәләй!
Ҡәҙерлебеҙ, бөгөн һинең оло байрамың - тимәк, беҙҙең өсөн икеләтә тыуған көн. Һин булмаһаң, беҙ ҙә булмаҫ инек, һин тыумаһаң - беҙ ҙә тыумаҫ инек. Һиңә ҡоростай сәләмәтлек, йән тыныслығы, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Көндәрең шатлыҡ менән үтһен, ғүмер юлың оҙон булһын, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, һаман беҙгә терәк булып, кәрәк булып йәшәргә яҙһын.
Тормош юлың балҡып торһон,
Яғымлы, шат булһын күңелең.
Оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ менән
Бер ҡайғыһыҙ үтһен ғүмерең.
Ҙур бәхеттәр юлдаш булһын һиңә,
Көндәреңде шатлыҡ биҙәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Ошо бәхет ситләп үтмәһен.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең, балаларың.
Автор:
Читайте нас