

Ҡарай ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле, яҡын кешебеҙ, яратҡан һылыуыбыҙ, апайыбыҙ Тәскирә Биктимер ҡыҙы БИКМАЕВАны матур ғүмер байрамы -60 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ бик тырыш бар эшкә лә уңған, ярҙамсыл, асыҡ күңелле, ҡыҙҙарына – ейән-ейәнсәрҙәренә хәстәрлекле әсәй, өләсәй, туғандары өсөн йән атып тороусы һылыуҙа ул. Уға ошо күркәм ғүмер байрамы уңайынан изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Хәстәрлекле, тынғыһыҙ йәрәкле яҡыныбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар- тормоштан йәм табып, бәхет нурҙарына күмелеп йәшәүен теләйбеҙ. Артабанда мул тормошта, туғандарың, яҡындарың ихтирамында, балаларыңдың изгелегендә иҫән-һау, бергә-бергә оҙон ғүмер кисерергә Аллаһ Тәғәлә насип итһен!
Апалы - һеңлеле булыу,
Бик ҙур бәхет донъяла.
Апай -һеңлем, тип йән атһа,
Һеңлең -апайым, тип яна.
Йөрәк тулы моң-зарыңды,
Бары икәү бүләһең.
Килеп тыуһа борсолоуҙар,
Уртаҡлап хәл итәһең.
Ҡотлап һине тыуған көнөң менән,
Ниҙәр теләһәк тә аҙ һымаҡ.
Ғүмерең оҙон булһын-шатлыҡ менән,
Йәшә бәхеттәргә төрөнөп.
Иң изге теләктәр менән апайҙарың, еҙнәләрең һәм уларҙың балалары.