Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр
14 Августа 2023, 05:07

Юлдарыңа гөлдәр һибелһен

Тәскирә БИКМАЕВАны ҡотлайбыҙ!

Юлдарыңа гөлдәр һибелһенЮлдарыңа гөлдәр һибелһен
Юлдарыңа гөлдәр һибелһен

Ҡарай ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Тәскирә Биктимер ҡыҙы БИКМАЕВАны 60 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ һиңә ғүмерҙең оҙонон, бәхеттең иң ҙурын, шатлыҡтар, ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ. Аллаһ Тәғәлә һине һаулыҡтан, донъя ҡыуаныстарынан айырмаһын. Иртәләрең ҡояшлы, килер көндәрең көләс, кистәрең айлы, уйҙарың яҡты, күңелең тыныс булһын. Аҡ бәхеттәр һиңә юлдаш булһын. Киләсәктә лә балаларыңдың изгелеген күреп, беҙҙең терәк-таянысыбыҙ, кәңәшсебеҙ, йортобоҙҙоң яҡты нуры булып, донъя рәхәтлектәре кисереп, әтейебеҙ менән бәрәкәтле мул тормошта йәшә лә йәшә, ҡәҙерлебеҙ! Һиңә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, именлек, ҡайғы-хәсрәтһеҙ көндәр, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.
Ҡотло булһын юбилейың,
Юлдарыңа гөлдәр һибелһен.
Ғүмерҙең һәр иртәһе-кисе,
Бәйләм-бәйләм бәхет китерһен.
Сәләмәт бул оҙаҡ йәшә,
Һин бит беҙҙең берҙән бер генә.
Иң изге теләктәр менән тормош иптәшең Салауат, ҡыҙың Зөлфирә, кейәүең Руслан, ейән-ейәнсәрҙәрең Дамир, Таир, Әлиә, кейәүең Илдар, ейәнсәрең Элина.

Автор:
Читайте нас