Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Резеда ХӨСӘЙЕНОВАны ҡотлайбыҙ! 

Бәхеттәрең булһын ғүмерлекБәхеттәрең булһын ғүмерлек
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек

Күмертау ҡалаһы
Ҡәҙерле ҡыҙыбыҙ Резеда Исмәғил ҡыҙы ХӨСӘЙЕНОВАны 50 йәшлек юбилейы менән тәбрикләйбеҙ.
Ҡәҙерле кешебеҙгә һаулыҡтың иң ныҡлыһын, бәхеттең – иң олоһон, ғүмерҙең иң оҙонон теләйбеҙ. Иртәләрең – ҡояшлы, көндәрең – аяҙ, уйҙарың –яҡты, күңелең – тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле, терәгебеҙ булып, яҡындарыңдың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип булһын!
Ҡәҙерлебеҙгә ныҡлы һаулыҡ, күңел тыныслығы, тигеҙ тормош, оҙон ғүмер, шатлыҡ, бәхеттәр генә теләйбеҙ! Бар күңел йылыңды һәм хәстәрлегеңде беҙгә, әтей-әнейеңә өләшеп, башҡаларға үрнәк булып, матур ғүмер юлы үтәһең. Киләсәктә лә тормош һынауҙарына бирешмәй, ауырлыҡтар алдында баш эймәй, йәшәүҙән йәм табып, изгелектәреңдең игелеген күреп, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп, бәхет-шатлыҡлы, мул тормошта йәшәүеңде теләйбеҙ!
Юбилейың менән тәбрикләйбеҙ,
Сәләмәтлек теләп иң элек.
Һәр бер көнөң үтһен бәхет менән,
Йәшә шатлыҡтарға төрөнөп.
Ябай, сабыр, оло йәне бит һин,
Ҡылғандарың бары изгелек.
Муллыҡ менән үтһен һәр бер көнөң,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек.
Иң изге теләктәр менән атайың Исмәғил һәм әсәйең Минниса.

Автор:
Читайте нас