

Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, яратҡан атайыбыҙ, олатайыбыҙ Фәиз Фәтих улы ҠОБАҒОШОВты ғүмеренең күркәм байрамы - 60 йәшлек юбилейы менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, һинең бөгөн яҡты байрамың – күркәм юбилейың. Беҙ һиңә һаулыҡ-сәләмәтлектең ныҡлыһын, мул, бәрәкәтле тормош, сикһеҙ бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ. Һинең яныңда һәр ваҡыт үҙеңде хөрмәт итеүсе яҡындарың, туғандарың, тоғро дуҫтарың булһын. Бөгөнгө шат, көләс йылмайыуың һинең йөҙөңдән бер ваҡытта ла китмәһен. Уйҙарың яҡты, тыуыр таңдарың һәр саҡ аяҙ, күңелең тыныс булһын. Беҙҙең өсөн терәк-таяныс булып, күңел йылыбыҙҙы тойоп, яҡындарыңдың изгелеген күреп, беҙҙең менән бергә, ҡәҙер-хөрмәткә төрөнөп бәхетле оҙон ғүмер кисерергә яҙһын.
Беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, бар йөрәктән яратабыҙ һәм ошо матур байрамыңда һиңә барыһы өсөн дә рәхмәттәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Ҡотло булһын һинең байрамың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге ҡотлауҙар менән тормош иптәшең Альбина, ҡыҙҙарың Ләйсән, Регина, Земфира, кейәүҙәрең Илнар, Юлай һәм ейәндәрең Илдар, Артур, ейәнсәрҙәрең Йәсминә, Әминә.