

4-се Ивановка ауылы
Ҡәҙерле ҡыҙым, апайыбыҙ Зәлифә Фәтих ҡыҙы СОЛТАНГӘРӘЕВАны 55 йәшлек юбилейы менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ.
Һиңә ошо байрамыңда һаулыҡтың ныҡлыһын, бәхеттең иң олоһон теләйбеҙ. Иртәләрең - ҡояшлы, көндәрең-аяҙ, кистәрең-нурлы, күңелең-тыныс булһын. Киләсәктә лә бөгөнгө кеүек оло йөрәкле, киң күңелле, терәгебеҙ булып ҡалыуыңды теләйбеҙ. Вәкил кейәүебеҙ, еҙнәбеҙ менән матур итеп, балаларығыҙҙың, яҡындарығыҙҙың изгелектәрен күреп, оҙон-оҙаҡ бәхетле тормошта йәшәргә насип булһын.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген,
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән әсәйең Зөһрә, мырҙаң Фәнил, һылыуҙарың Рәшиҙә, Резеда, кейәүҙәрең Фәнир, Булат һәм уларҙың балалары.