

Беҙҙең өсөн иң ҡәҙерле, иң яҡын кешебеҙ - Рәйсә Ғариф ҡыҙы ИСКӘНДӘРОВА - 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Уны ошо матур ғүмер байрамы менән ҡотлап йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге, иң йылы теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Беҙҙең ҡәҙерлебеҙ 1948 йылдың 22 авгусында Иҫке Кинйә ауылында Ғариф менән Миңһылыу ғаиләһендә донъяға килә. Һуғыштан һуң тыуған бала булараҡ ул йылдарҙың әсеһен дә, сөсөһөн дә татып үҫә ул.
Ҡәҙерлебеҙ, һиңә ошо байрамың айҡанлы, иң изге, иң яҡын теләктәребеҙҙе һәм рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ. Гел шулай тормош матурлыҡтарына ҡыуанып, йөҙөңдәге алсаҡлығыңды юғалтмай, күңелеңдәге ихласлыҡты һаҡлап йәшә. Һиңә ныҡлы һаулыҡ, шатлыҡ-ҡыуаныстар, оҙон ҡәҙерле ғүмер, ауырымай- һыҙланмай, күңел тыныслығында, балаларыңдың изгелеген күреп, барыбыҙҙы ҡыуандырып, ейән-ейәнсәрҙәреңә яратҡан өләсәй булып, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын!
Йәйге ҡояш йылыһына
Сумған сағы был айҙың...
Ошо көндә иң ҙур байрам -
Етмеш бише апайҙың!
Бәхетле иттең күптәрҙе,
Һин, апай, ергә тыуып.
Донъяны биҙәп йәшәйһең,
Шундай гүзәл зат булып!
Һин булғанға тормошобоҙ
Тора бәхеткә тулып.
Ҡәҙер-хөрмәттә йәшәйһең
Иң өлкән апай булып.
Аҡыллыһың,бик сибәрһең,
Туған йәнлеһең үҙең,
Һәр кешегә нур өләшә
Ҡояштай яҡты йөҙөң.
Йыр-моңға ғашиҡ кеше һин,
Күңелең хискә тулы.
Һин әҙерһең бөтәбеҙгә
Һуҙырға ярҙам ҡулы.
Умартасы хеҙмәте лә
Таныш һиңә бик күптән,
Бәхетеңде үҙең таптың
Көтөп тормайса күктән.
Донъяларың бөтөн, апай,
Тормошоңдоң ҡото бар.
Терәк-таяныс булды гел
Һиңә еҙнәйем Айҙар.
Уның менән бер һуҡмаҡтан
Ҡулға-ҡул уртаҡ юлда...
Матур тәрбиә бирҙегеҙ
Бер малайға, бер ҡыҙға.
Һөйөндөрә хәҙер һине
Ейәнсәр-ейәндәрең.
Именлектә ҡаршы ал гел
Ғүмереңдең һәр мәлен.
Ҡаурый ҡәләмдәрең менән
Яҙаһың хәтирәләр...
Йылдар үткәс үҙеңде лә
Ололап хәтерләрҙәр!
Бәхет-шатлыҡҡа төрөнөп
Йәшә оҙаҡ! Йөҙ йәшә!
Яратып һине ҡотлайым,
Оло апайым Рәйсә!
Ҡотлау менән Гүзәл һылыуың, Ирек кейәүең, Азат улың, Лилиә киленең, Сәид улың, Ильяс улың, Карина киленең, Әминә ҡыҙың.