Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын

Рәйсә ИСКӘНДӘРОВАны ҡотлайбыҙ!

Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһынКүңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын

Күмертау ҡалаһы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле булған әсәйебеҙ, өләсәйебеҙ Рәйсә Ғәриф ҡыҙы ИСКӘНДӘРОВАны 75 йәшлек матур, күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Ғүмер байрамың уңайынан тәбрикләп, һиңә йөрәк түребеҙҙән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Сабыр холоҡло, киң күңелле, уңғанлығы менән һоҡландырған, тормош ауырлыҡтарына бөгөлөп төшмәгән, оло йөрәкле, ғәзиз кешебеҙгә бәхетле көндәр, оҙон ғүмер, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ. Тыуар иртәләреңде матур уйҙар һәм яҡты өмөттәр менән ҡаршылап, ғүмер йомғағың тик шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тулып тәгәрәһен. Киләсәктә лә тормошобоҙға йәм өҫтәп, һаман да шулай беҙгә терәк-таяныс булып, төплө, аҡыллы кәңәштәреңде биреп, ауырымай-һыҙланмай, ҡайғы-хәсрәт күрмәй, балаларыңдың, ейән-ейәнсәрҙәреңдең, яҡындарыңдың изгелеген күреп, ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, имен, мул тормошта оҙон-оҙаҡ йәшәргә насип итһен! Хоҙай үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын!
Һәр көн һине ҡотлап ҡояш сыҡһын,
Һине наҙлап елдәр иҫһендәр.
Йәшәү матурлығы, йәме булып,
Көн артынан көндәр үтһендәр.
Күңел күгең һәр саҡ аяҙ булһын,
Ситләп үтһен һағыш-борсоуҙар.
Ныҡлы сәләмәтлек юлдаш булһын,
Унан ҡәҙерлерәк нимә бар.
Иң изге теләктәр менән ҡыҙың Зөлфиә, улың Зөфәр, кейәүең Филарит, киленең Альбина, ейәнсәрҙәрең Диана, Диляра, Рената һәм ейәнең Руслан.

Автор:
Читайте нас