Тигеҙ-тиң бәхетле ғүмер кисерегеҙ

Гүзәлиә ХАЛИҠОВАны ҡотлайбыҙ! 

Тигеҙ-тиң бәхетле ғүмер кисерегеҙТигеҙ-тиң бәхетле ғүмер кисерегеҙ
Тигеҙ-тиң бәхетле ғүмер кисерегеҙ

Яманһары ауылы
Йәмле йәйҙең иң матур көнөндә, алмалар ҡыҙарып бешкәндә, беҙҙең ҡәҙерле әхирәтебеҙ Гүзәлиә Альберт ҡыҙы ХАЛИҠОВА алтын юбилейын билдәләй. Күркәм байрамы менән ҡотлап, йөрәгебеҙҙән сыҡҡан иң йылы һүҙҙәребеҙҙе, барлыҡ изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ. Һиңә ныҡлы сәләмәтлек, барыр юлдарың яҡты, эштәрең бәрәкәтле уң булып, рухың ныҡ булыуын теләйбеҙ. Һин беҙҙең арала иң кесеһе булһаң да беҙ һиңә һәр саҡ кәңәш-һорауҙар менән киләбеҙ, ихлас тыңлап изге кәңәштәреңде бирәһең. Һин һәр саҡ ярҙамға әҙер, әхирәт. Беҙ шуға ла һине ихтирам итәбеҙ, һинең менән ғорурланабыҙ әхирәтебеҙ. Һинең тәмле сәйҙәрең, яғымлы һүҙҙәрең үҙе үк йөрәккә май. Беҙ һеҙгә ғаилә именлеге теләйбеҙ, Зилфәтең менән тигеҙ-тиң бәхетле ғүмер кисерегеҙ. Балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең тик ҡыуаныс шатлыҡтарын татып, оҙон-оҙаҡ бәхеттә йәшәргә яҙһын һеҙгә.
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы,
Дәрт-дарманлы булһын хыялдарың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы,
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Иң изге теләктәр менән ғаилә дуҫтарығыҙ: Түләгәновтар, Иҙрисовтар һәм Урманцевтар.

Автор:
Читайте нас