Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!

Сәмәрә РЫҪҠОЛОВАны ҡотлайбыҙ! 

Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!

Яңы Таймаҫ ауылы
Ҡәҙерле тормош иптәшем, әнейебеҙ, өләсәйебеҙ Сәмәрә Миңлеәхмәт ҡыҙы РЫҪҠОЛОВАны ғүмер миҙгеленең матур байрамы менән ҡотлайбыҙ! Ҡәҙерлебеҙгә ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, ҡурай моңондай оҙон ғүмер, йән тыныслығы, барлыҡ өмөт-хыялдарының тормошҡа ашыуын, әтейебеҙ менән иҫәнлек-һаулыҡта тигеҙ ғүмер итеп, балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең изгелеген күреп, беҙҙе ҡыуандырып, оҙон-оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ! Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Барыһы өсөн дә рәхмәт һиңә!
Сабыр ҙа һин, ябай, кешелекле,
Ҡылған эшең – бары изгелек.
Шатлыҡтарҙа үтһен һинең көндәр,
Бәхеттәрең булһын ғүмерлек!
Хоҙай һиңә сәләмәтлек бирһен,
Беҙҙән һиңә яҡты теләктәр.
Балҡып торған йөҙкәйеңде күреп,
Ҡыуанһындар беҙҙең йөрәктәр!
Ҡотлау менән тормош иптәшең, балаларың, ейән-ейәнсәрҙәрең.

Автор:
Читайте нас