Кинйәбай ауылы
Яратҡан әсәйем һәм һөйгән ҡатыным - Лениза ӘМӘКӘСОВАны тыуған көнө менән ихлас ҡотлайбыҙ! Беҙҙең өсөн һәр ваҡыт сәләмәт һәм көслө булып ҡал, ҡәҙерлебеҙ - тиҙ, таҙа тау йылғаһы кеүек! Йомшаҡ һәм матур, бойҙай баҫыуындағы аҡ ҡайын кеүек! Күптән көткән һәм күңелле, яҙғы ҡарлуғас кеүек! Һиңә күп шатлыҡ, тирә-яҡтағыларҙың һәм яҡындарыңдың һөйөүен, уңыш һәм сәскә атыуыңды теләйбеҙ!
Ҡотлау менән тормош иптәшең Шакир һәм ҡыҙың Диана.