Бәхет ҡошо шатлыҡ юраһын

Вәкил БИКМАЕВты ҡотлайбыҙ! 

Бәхет ҡошо шатлыҡ юраһынБәхет ҡошо шатлыҡ юраһын
Бәхет ҡошо шатлыҡ юраһын

Яҡшымбәт ауылы
Ҡәҙерле класташыбыҙ Вәкил Фәсхетдин улы БИКМАЕВты 50 йәшлек күркәм юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ.
Матур ғүмер байрамыңда күңел түренән сыҡҡан теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Тырыш, хәстәрлекле, уңған, сабыр йөрәкле класташыбыҙға ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, уңыштар, бәрәкәтле тормошта донъяларыңды нурлы итеп, бәхетле йәшәүен теләйбеҙ. Киләсәктә лә эштән, тормоштан йәм табып, күңел йылың менән тирә-йүнде яҡтыртып, бәхет нурҙарына ҡойоноп, муллыҡта, татыулыҡта, яҡындарыңдың күңел йылыһын тойоп йәшә. Ғүмер йомғағың шатлыҡ-ҡыуаныстар менән генә тәгәрәһен, күңелеңдәге бәхет ҡошо һәр ваҡыт шатлыҡтар ғына юрап һайраһын. Һәр ваҡыт та шулай алсаҡ, асыҡ күңелле, ярҙамсыл, етеҙ булып ҡал!
Хоҙай һине күңел тыныслығынан, бәхеттән айырмаһын. Донъя рәхәтлектәрен кисереп, яҡындарыңа йәшәйеш сығанағы булып, уларҙың изгелектәрен, ҡәҙер-хөрмәтен күреп, артабан да бәхетле ғүмер кисереүеңде теләйбеҙ.
Ҡотло булһын һинең байрамың,
Бәхет-шатлыҡ килһен ишелеп.
Ҡайғы-хәсрәт һәр саҡ урап үтһен,
Һин йәшәгән өйҙөң ишеген.
Сәләмәтлек ташламаһын һине,
Һәр бер көнөң үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге,
Юлдаш булһын һиңә һәр саҡ та.
Иң изге теләктәр менән барлыҡ класташтары исеменән класташы, дуҫы, күршеһе Салауат Бикмаев.

Автор:
Читайте нас