

Ҡотлоюл ауылы
Беҙҙең өсөн ҡәҙерле һәм яҡын булған - Ғәҙелхәй Әхиәр улы ЯМАНҺАРОВты күркәм байрамы - тыуған көнө менән ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ!
Ҡәҙерлебеҙ, рәхмәт һиңә изге күңелең, яҡты йөҙөң өсөн, беҙгә, әнейебеҙгә терәк булғаның өсөн. Рәхмәт һиңә ауыр саҡтарҙа гел ярҙам ҡулы һуҙғаның өсөн, әнейебеҙ юҡ, тигәндә, һин, ярай ҡыҙым, тигәнең өсөн. Егәрле, аҡыллы, матур, уңған ҡустыбыҙ Фәдис өсөн рәхмәт.
Тормош ауырлыҡтарына бирешмәй, сабыр булып, үткән ғүмергә үкенмәй, әлегеләй изге күңелле, алсаҡ йөҙлө булып, оҙон-оҙаҡ, бәхетле ғүмер кисерергә яҙһын. Һин булғанға донъябыҙ йәмле, йәнле, һинең фатихаң менән аҙымдарыбыҙ ышаныслы, бәхетебеҙ тулы, уйҙарыбыҙ яҡты. Аллаһы Тәғәлә үҙеңде сәләмәтлектән, бәхеттән, күңел тыныслығынан айырмаһын, беҙ һине хөрмәт итәбеҙ, яратабыҙ.
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайғы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш булһын
Ҡояш көлһөн тормош күгеңдә.
Барлыҡ туғандарың, ҡоҙа-ҡоҙағыйҙарың исеменән тормош иптәшең Рәйфә, улдарың Радик, Фәдис, ҡыҙҙарың Рәфилә, Алина, кейәүҙәрең Булат, Фидан, киленең Клара, ейән-ейәнсәрҙәрең Әҙилә менән Камилла, Вилдан менән Әминә, Динислам һәм Наҙгөл.